0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
21 Ноябрь , 15:56

“Уҡытыусы булыу – ҙур мәртәбә..."

“Уҡытыусы булыу – ҙур мәртәбә, Остаз булыу – үҙе оло дан…” ти бөтә ғүмерен мөғәлимәлеккә арнаған абруйлы уҡытыусы Рәмзәнә Абуталипова. Ул  – Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү буйынса почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Башҡорт дәүләт университетының почетлы хеҙмәткәре һәм Хеҙмәт ветераны.22 ноябрҙә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында педагог-ғалимәнең "70-се үргә артылғанда..." тип аталған ижад кисәһе үтә.

“Уҡытыусы булыу – ҙур мәртәбә..."
“Уҡытыусы булыу – ҙур мәртәбә..."

Үҙенең күркәм ғүмер байрамын ул өр-яңы китаптары – “Еләктәрҙә йәй еҫе”, “Еңеүҙе яҡынайтабыҙ” йыйынтыҡтары менән ҡаршы ала. Сарала Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күргән ошо китаптарҙың исем туйы ла буласаҡ.
Матур кисәгә рәхим итегеҙ!

Автор:
Читайте нас: