Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әбйәлил районы буйынса полиция участковыйы, өлкән лейтенант Мансур Моратшин XIV Бөтә Рәсәй конкурсында «Халыҡ участковыйы — 2024» тип танылды. Был турала Рәсәй Эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле Ирина Волк хәбәр итте.
Республика делегаты абруйлы өсөнсө урынға лайыҡ булды. Моратшинға «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы, шулай уҡ ведомствоның маҡтау грамотаһы һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
«Граждандарҙы криминаль күренештәрҙән яҡлап, участковыйҙар йыл һайын 260 меңдән ашыу енәйәтте асыҡлай. Әммә уларҙың эшмәкәрлегендә иҫкәртеүгә өҫтөнлөк бирелә. Хеҙмәткәрҙәр йыл һайын 2 миллиондан ашыу административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы туҡтата. Уҙған йылда ғына шәхси состав 17 миллионға яҡын ғаризаны, йәғни эске эштәр органдарына килгән ғаризаларҙың яртыһынан күбеһен ҡараны», - тине Рәсәйҙең эске эштәр министры Владимир Колокольцев.
«Халыҡ участковыйы» өсөн тауыш биреүҙә йәмғеһе 1,3 миллиондан ашыу кеше ҡатнашты.
Бынан алдараҡ Рәсәй Эске эштәр министрлығы етәксеһе йәш геройҙы бүләкләне.