12 йәшлек актер Арыҫлан Ҡырымсурин «Ведьма» мистик сериалында төшкән, тиҙҙән уны ТВ3 телеканалында ҡарарға була. Проект өҫтөндә эш октябрь аҙағында тамамланған.
«Минең өсөн был — бишенсе проект. Күптән мөғжизәле кинола төшөргә теләй инем, ниһайәт, республикабыҙҙа ошондай күп сериялы фильм төшөрҙөләр», - ти Арыҫлан.
Мистик мелодраманы төшөрөү урыны итеп Өфө һәм Ташаҫты ауылы һайланған. Тамашасылар фильмда Башҡортостандың ғәжәйеп матурлығы менән һоҡланыуҙан тыш, урындағы фольклор легендалары менән таныша. Башҡорт ауылына килгән ғаилә тураһындағы мелодрамала үҫмерҙәр тураһында ла сюжет бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йәш актер Арыҫлан Ҡырымсурин башҡорт әҙәбиәте классигы Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмынан һуң тамашасыларҙың һөйөүен яуланы. Ул төп герой - Йәмил ролен оҫта итеп башҡарҙы. Һуңынан Арыҫландың Саида Медведеваның «Мостай», Булат Йосоповтың «Шағир көндәлеге», Айнур Асҡаровтың «Йыл ғаиләһе», Динара Әбдрәшитованың «Айназ» фильмдарында ролдәре булды.
Бынан алдараҡ йәш яҡташыбыҙ Андреев исемендәге халыҡ-ара конкурс лауреаты исеменә лайыҡ булды.