Башҡортостанда йәшәүселәрҙең яртыһынан ашыуы грипҡа ҡаршы вакцина эшләткән, тип хәбәр итә республиканың Роспотребнадзор идаралығы.
Прививка кампанияһы башланғандан алып халыҡтың 52,3 процентына гриптан вакцина яһалған. Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау һәм Бөрө ҡалаларында прививка эшләтеүселәр бигерәк тә күп.
Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, һуңғы аҙнала республикала киҫкен респиратор инфекцияһын йоҡтороуҙың 22 мең осрағы теркәлгән, шуның 48,1 проценты – балалар араһында. Үткән аҙна менән сағыштырғанда сирлеләр 8,3 процентҡа артҡан.
Быйыл эпидемик миҙгел иртә – сентябрҙең тәүге яртыһында уҡ башланды.
Сығанаҡ: “Башинформ”.