2024 йылдың туғыҙ айында республикабыҙҙа инвалидтарға, шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр өсөн 1,3 миллиард һумлыҡ компенсация бирелгән. Федераль бюджеттан был төр компенсацияны 186,4 мең кеше алған, тип белдерҙе Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников ВКС режимында үткәрелгән оператив кәңәшмәлә.
Улар шулай уҡ газ үткәреүгә төбәк бюджетынан 100 мең һумлыҡ сертификат алырға мөмкин, тип өҫтәне министр урынбаҫары. Был льготанан быйыл 106 кеше файҙаланған.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн тағы бер төбәк ярҙамы – инвалид баланы ҡарау буйынса пособие түләү. 2024 йылдың туғыҙ айында ошо пособиены 10 283 ғаилә алған, уларға бирелгән был төр түләүҙәр 60,7 миллион һум тәшкил иткән.
Бынан тыш, республикала инвалид баланы уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алған ғаиләләргә бер тапҡыр бирелә торған пособие, шулай уҡ ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға матди ярҙам ҡаралған.
Фото “Башинформ”дан алынды.