+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
18 Ноябрь 2024, 06:14

Куренекле шәхес Закир Рәмиевтың (шағир Дәрдмәнд) тыуыуына – 165 йыл

19 ноябрҙә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында күренекле шағир, алтын приискыһы хужаһы, меценат, нәшерсе, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй империяһы Дәүләт Думаһының I саҡырылыш депутаты Мөхәммәтзакир Мөхәммәтсадиҡ улы Рәмиевтың тормошона һәм ижадына бағышланған  “Шиғриәте уның һоҡланғыс ине...” исемле музей дәресе үтә.

Куренекле шәхес Закир Рәмиевтың (шағир Дәрдмәнд) тыуыуына –  165 йылКуренекле шәхес Закир Рәмиевтың (шағир Дәрдмәнд) тыуыуына –  165 йыл
Куренекле шәхес Закир Рәмиевтың (шағир Дәрдмәнд) тыуыуына – 165 йыл

Белеүебеҙсә, Мәжит Ғафури Троицкиҙа “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә уҡып йөрөгән мәлендә йәйге каникулында Шакир һәм Закир Рәмиевтарҙың алтын приискыһында эшләй. Һуңынан ул хужаларҙың береһе – Закир Рәмиевтың (1859–1921) Дәрдмәнд псевдонимы менән йөрөүсе татар әҙәбиәте классигы, билдәле шағир икәнлеген белеп ҡала. Мәжит Ғафуриҙың 1930 йылда яҙылған "Шағирҙың алтын приискыһында" повесында тап шул дәүерҙәге ваҡиғалар һүрәтләнә.
“Шиғриәте уның һоҡланғыс ине...” исемле музей дәресен филология фәндәре кандидаты, музейҙың ғилми хеҙмәткәре
Ғ.М. Бүләкова алып бара. Сарала Өфө фән һәм технологиялар университетының татар әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты, шулай уҡ билдәле йырсы – Башҡортостандың атҡаҙанған, Татарстандандың халыҡ артисы, БР “Рамаҙан” төрки милли-мәҙәни үҙәге рәйесе М.С. Шәрипов Дәрдмәндтең тормош юлына һәм ижадына ентекле байҡау яһаясаҡ. Милли әҙәбиәт музейының ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Р.Д. Хөснуллина Рәмиевтарҙың Баймаҡ районы Юлыҡ ауылында һаҡланған тарихи төҙөлөш ҡомартҡылары хаҡында бәйән итәсәк.

Автор:
Читайте нас