Ҡазанда билбау көрәше буйынса донъя беренселеге тамамланды. Республиканың спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, Башҡортостан спортсылары ике алтын, өс көмөш һәм ике бронза миҙалға лайыҡ булды.
– Көрәшселәр алдында илебеҙҙең намыҫын лайыҡлы яҡлау бурысы тора ине. Егеттәребеҙ уңышҡа өлгәште тип иҫәпләйем. Динә Туйгилдина һәм Олимпия Мәхийәнова донъя чемпиондары исемен алһа, Денис Ускомбаев, Рената Шәймөхәмәтова, Дилә Сәмиғуллина – көмөш, Тимур Тимеркәев һәм Владислава Порыева бронза миҙалдар яуланы, – тип билдәләне спорт министры.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, билбау көрәше буйынса донъя беренселеге Ҡазанда уҙҙы. Унда донъяның 30 иленән 300-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.
Мәғлүм булыуынса, бынан алда Башҡортостан көрәшселәре донъя чемпионатында дүрт миҙалға лайыҡ булғайны.
Сығанаҡ: "Башинформ".