Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында”ғы законды үҙгәртергә ниәтләйҙәр. Яңы үҙгәрештәр республиканың дәүләт органдарында, урындағы үҙидаралыҡ органдарында һәм йәмәғәт бурыстары башҡарыусы ойошмаларҙа беренсе сиратта ҡабул ителеү хоҡуғына эйә кешеләр исемлеген киңәйтеүҙе күҙ уңында тота.
Республика парламенты спикеры Константин Толкачев әйтеүенсә, I һәм II төркөм инвалидты йәки инвалид баланы оҙатып йөрөүсе кешеләр һәм уларҙың законлы вәкилдәре беренсе сиратта ҡабул ителеү хоҡуғына эйә буласаҡ.
“Был инвалидтарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен тормошҡа ашырыуға бәйле мәсьәләләрҙе тиҙерәк хәл итеүгә йоғонто яһаясаҡ”, – тип билдәләй ул.
Закон проектын эшләү инвалидтар тураһында хәстәрлек күреүҙе күҙ уңында тотҡан закондарҙы артабан камиллаштырыуға йүнәлтелгән. Был эштең Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы сиктәрендә уҙғарылыуын билдәләп үтәбеҙ.
Фото “Башинформ”дан алынды.