+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
18 Ноябрь , 11:42

18 ноябрҙә Рәсәй Ҡыш бабайы тыуған көнөн билдәләй

Уның тыуған төйәге Бөйөк Устюгта был байрамға айырыуса ныҡ әҙерләнәләр. Был көндө махсус почта йәшниге асыла, унда Ҡыш бабайға хаттар һәм ҡотлауҙар төшөрөргә мөмкин. Ҡыш Бабайҙың әкиәт поезы 24 декабрҙә — Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында, ә 25 декабрҙә Өфөлә туҡталыш яһай.

18 ноябрҙә Рәсәй Ҡыш бабайы тыуған көнөн билдәләй
18 ноябрҙә Рәсәй Ҡыш бабайы тыуған көнөн билдәләй

18 ноябрь — Ҡыш бабайҙың рәсми тыуған көнө. Ҡышҡы тылсымсының йәше аныҡ ҡына билдәле түгел. Ул 2000 йәштән өлкәнерәк тип фаразлайҙар. Ҡыш бабайҙың тыуған көнөн балалар үҙҙәре уйлап тапҡан, сөнки тап 18 ноябрҙә Бөйөк Устюгта ысын ҡыш башлана, тип хәбәр итә calend.ru.

Уның тыуған төйәге Бөйөк Устюгта был байрамға айырыуса ныҡ әҙерләнәләр. Был көндө махсус почта йәшниге асыла, унда Ҡыш бабайға хаттар һәм ҡотлауҙар төшөрөргә мөмкин. Урындағы балалар ҙа, килгән туристар ҙа был мөмкинлектән ихлас файҙалана. Хәҙерге Ҡыш бабай заман менән бергә атларға тейеш, шуға ул яңы технологияларҙы ла үҙләштерә — хәҙер балаларҙан хаттарҙы ул электрон почта аша ла ҡабул итә, социаль селтәрҙә блог алып бара һәм коллегалары менән кеҫә телефонынан аралаша.

Әйткәндәй, быйыл ҡышҡыһын Башҡортостандың өс ҡалаһына Ҡыш Бабайҙың әкиәт поезы килә. Маршрутҡа ярашлы, 24 декабрҙә ул — Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында, ә 25 декабрҙә Өфөлә туҡталыш яһай.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас: