Бөгөн Өфө аэропортында «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» республика проекты сиктәрендә бер төркөм туристар Үзбәкстанға юлланды.
Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, был – 50 кешенән торған тәүге төркөм. Йыл аҙағына тиклем – 29 ноябрҙә һәм 13 декабрҙә тағы ике төркөм осорға тейеш.
Дүрт көн һәм өс төн дауамында яҡташтарыбыҙ экскурсоводтар менән Үҙәк Азия иленең иҫтәлекле урындарына барасаҡ һәм үзбәк халҡының милли аш-һыуы менән танышасаҡ.
«Үзбәкстан менән беҙҙең республиканы йылы һәм эшлекле мөнәсәбәттәр бәйләй, был ил – халыҡ-ара аренала төп партнерҙарыбыҙҙың береһе. Хәҙер социаль туризм өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек итә башлайбыҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Программа хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте бында белергә мөмкин.
Сығанаҡ: «Башинформ».
Фото: Радий Хәбировтың ТГ-каналы.