Илдең төп ипотека банкы торлаҡҡа заём аҡсаһының хаҡын 3,5% күтәрҙе. 15 ноябрҙән төҙөлә башлаған торлаҡ һатып алыу өсөн ипотеканың минималь ставкаһы йылына — 28,4%, икенсел торлаҡҡа иһә 28,1% була.
Октябрь аҙағында баҙар буйынса ипотеканың уртаса ставкаһы 26% тәшкил итте.
«Домклик» сервисы хәбәр итеүенсә, ғәмәлдәге ипотека кредитын йылына 28% менән рефинансларға, ҡала ситендәге күсемһеҙ милекте — 28,1%, гаражды — 29,2%, коммерция күсемһеҙ милкен 30,2% менән һатып алырға мөмкин.
Бынан тыш, бөгөндән йылына 6% ставка менән «Ғаилә ипотекаһы» һәм «IT өсөн ипотека» льготалы программалары буйынса кредит бирелә башлай. Сөнки лимиттың бөтөүенә бәйле ошо йүнәлештәге эш туҡтатылғайны.
Сығанаҡ: «Башинформ».