+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
15 Ноябрь , 15:16

“Бишек йырҙары”

“Китап” магазинында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә донъя күргән "Бишек йырҙары" аудиопроектының исем туйы үтте.

“Бишек йырҙары”
“Бишек йырҙары”

“Китап” магазинында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә донъя күргән "Бишек йырҙары" аудиопроектының исем туйы үтте.

 

Аудиопроектта Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Гөлсөм Бикбулатова, Зилиә Бәхтиева һәм йәш йырсы Гәлсәр Байғусҡарова ҡатнаша. Улар алты башҡорт халыҡ бишек йырын башҡара. Йырҙарҙың өсөһө – ҡыҙ балаларға, өсөһө малайҙарға йырлау өсөн тәғәйенләнгән.

Баҫманың исем туйында Гөлсөм Бикбулатова менән Зилиә Бәхтиева тамашасыларға аудиопроектҡа ингән бишек йырҙарын йырлап ишеттерҙе, ошо йырҙарҙы яҙҙырыу барышында тыуған кисерештәре менән бүлеште.

– Был аудиопроект әсәй-өләсәйҙәребеҙ башҡарған йырҙарҙы онотолмаҫ элек һанлы форматта һаҡлап ҡалыу маҡсатын күҙ уңында тотоп эшләнде, – тине Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры вазифаһын башҡарыусы Эльмира Хәйретдинова.

Китаптың үҙенсәлеге шунда – баҫмалағы куар-код аша ошо йырҙарҙы аудиоформатта тыңларға мөмкин.

Психология фәндәре кандидаты Әлфиә Байрамғолова буласаҡ әсәйҙәргә бала әсә ҡарынында булған саҡта уҡ бишек йырҙарын башҡарыуҙың әһәмиәте тураһында һөйләне, тыңлаусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.

Сарала шулай уҡ халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә күп көс һалған хөрмәтле өләсәй Альбина Исхаҡова ла ҡатнашты. Балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, яҙыусы, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов та аудиопроект тураһында бик йылы һүҙҙәр әйтте.

 

Александр Королев фотолары.

“Бишек йырҙары”
“Бишек йырҙары”
“Бишек йырҙары”
“Бишек йырҙары”
“Бишек йырҙары”
“Бишек йырҙары”
“Бишек йырҙары”
“Бишек йырҙары”
“Бишек йырҙары”
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: