+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
15 Ноябрь 2024, 05:15

Ғаилә юбилярҙары тәбрикләнде

Өфөнөң Октябрь районы ЗАГС-ында алтын туйҙарын билдәләгән ун ғаиләне тәбрикләү тантанаһы үтте. Юбилярҙарҙы тормоштарындағы иҫтәлекле көндәре менән район хакимиәте башлығы Сергей Плотников ҡотланы.

Ғаилә юбилярҙары тәбрикләндеҒаилә юбилярҙары тәбрикләнде
Ғаилә юбилярҙары тәбрикләнде

Өфөнөң Октябрь районы ЗАГС-ында алтын туйҙарын билдәләгән ун ғаиләне тәбрикләү тантанаһы үтте. Юбилярҙарҙы тормоштарындағы иҫтәлекле көндәре менән район хакимиәте башлығы Сергей Плотников ҡотланы.

«Уларҙың иңгә-иң терәшеп ғүмер итеүҙәренә — 50 йыл, ул йылдар шатлыҡ-ҡыуаныстар, һынауҙар, һөйөү менән тулы. Һәр береһе матур тормош юлы үткән. Күҙҙәрендә һаман да саф мөхәббәт сатҡыһы һүнмәгән. Улар ныҡлы ғаилә ҡорған, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр үҫтергән, хәҙер йәш быуын өсөн өлгө булып тора. Юбилярҙарҙы ихлас ҡотлайым һәм артабан бәхетле ғүмер кисереүҙәрен теләйем», — тине ул.

Илебеҙҙә иғлан ителгән Ғаилә йылында Өфөнөң Октябрь районында 50 йыл бергә йәшәгән 103 пар тәбрикләнде, тип өҫтәне район башлығы.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас