Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
13 Ноябрь 2024, 13:34

Республиканың ауыл мәктәбе ашханаһы — илдә иң яҡшылар иҫәбендә

«Ауыл мәктәбенең иң яҡшы ашханаһы-2024» номинацияһында Благовар районының бер мәктәп ашханаһы иң яҡшыларҙың береһе булып танылды. Конкурста илдең 75 төбәгенән 110 команда көс һынашты. 

Республиканың ауыл мәктәбе ашханаһы  —  илдә иң яҡшылар иҫәбендә
Республиканың ауыл мәктәбе ашханаһы — илдә иң яҡшылар иҫәбендә

Башҡортостан «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы-2024» конкурсының суперфиналсылары иҫәбенә инде. «Ауыл мәктәбенең иң яҡшы ашханаһы-2024» номинацияһында иң яҡшылар араһында Благовар районы Языков ауылының мәктәп ашханаһы ла бар.

«Бөгөн Рәсәй Мәғариф министрлығында йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы була. Мәктәп коллективына уңыштар һәм еңеүҙәр теләйем!» — тип яҙҙы Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

«Иң яҡшы мәктәп ашханаһы-2024» Бөтә Рәсәй конкурсының финал ярыштары 10 ноябрҙә Мордовияның Саранск ҡалаһында үтте, тип өҫтәне министр. Конкурста илдең 75 төбәгенән 110 команда ҡатнашты. 

Хәбәр иткәнебеҙсә, былтыр «Миллионлы ҡаланың иң яҡшы мәктәп ашханаһы» номинацияһында Өфөнөң 147-се мәктәбе еңеү яулаһа, «Иң яҡшы ауыл мәктәбе ашханаһы» номинацияһында Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә ауылы мәктәбе өсөнсө урынды алды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда Башҡортостанда «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» Бөтә Рәсәй конкурсының федераль этабы уҙҙы. Унда мәктәп ашнаҡсыларының «Кулинар баттл» конкурсында Өфөнөң 87-се мәктәбе ашнаҡсыһы Татьяна Екимова беренсе урын алды. Мәскәүҙә үткән конкурста Башҡортостандан ике ашхана финалға сыҡты: Өфөнөң 161-се лицейы ашханаһы «Ҡала мәктәбенең иң яҡшы мәктәбе ашханаһы — 2022» номинацияһында беренсе урынға лайыҡ булды, ә «Ауыл мәктәбенең иң яҡшы ашханаһы — 2022» номинацияһында өсөнсө урынды Иглин ауылының 1-се мәктәбе ашханаһы яуланы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-11-12/bashkiriya-voshla-v-chislo-superfinalistov-konkursa-luchshaya-shkolnaya-stolovaya-2024-4004382

Фото: Илдар Мәүлитбирҙиндең социаль селтәрҙәренән.
 
Автор:
Читайте нас: