+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
13 Ноябрь 2024, 13:30

Ауырыуҙарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеүгә – 7 миллиард һум

 Республикабыҙҙа 750 меңдән ашыу кеше дарыуҙар, медицина изделиелары, дауалау туҡланыуы алыуға ташламаларға хоҡуҡлы. 2024 йылда был маҡсатта 7 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән, тип хәбәр итә Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ташламаларға хоҡуҡлы кешеләрҙе ваҡытында дарыуҙар менән тәьмин итеү өсөн саралар күрергә ҡушты.

Андрей Назаров әйтеүенсә, быйыл финанслауҙы 700 миллион һумға арттырғандар. 1,5 миллиард һумдан күберәк аҡса федераль бюджеттан, 4,6 миллиард һумдан ашыуы республика ҡаҙнаһынан бүленгән.

Шуның 1,82 миллиард һумдан күберәге ауыр сирҙәргә тарыған 3654 ауырыуҙы ҡиммәтле дарыуҙар менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

200-ҙән ашыу пациент һирәк осрай торған сирҙәр менән ауырыусы балаларға ярҙам итеүсе “Изгелек түңәрәге” фонды иҫәбенә тәьмин ителә. Йыл башынан фонд уларға 2,2 миллиард һумдан артыҡ аҡса бүлгән.

“Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш” проекты йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына дусар пациенттарҙы дарыуҙар менән тәьмин итергә булышлыҡ итә. Ошо программа сиктәрендә 24 160 пациент тәьмин ителә.

1500-ҙән ашыу балаға “Шәкәр диабетына ҡаршы көрәш” федераль проекты буйынса глюкозаны тикшереп тороу өсөн материалдар бүленгән. Был маҡсатта 131 миллион һумдан күберәк аҡса тотонолған.

Фото “Башинформ”дан алынды.

Автор:
Читайте нас: