12 ноябрҙә Өфөнөң «Экспо» күргәҙмәләр комплексында Рәсәй сәнәғәт форумын, шулай уҡ «Машиналар эшләү», «Металл эшкәртеү» һәм «Өфөнөң инновация ҡеүәте» күргәҙмәләрен асыу тантанаһы булды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тантанала бөгөн бында машиналар эшләү тармағының алдынғы профессионалдары, эксперттар, илебеҙ сәнәғәтселәре йыйылыуын билдәләне. Рәсәйҙең 20 төбәгенән 100-ҙән ашыу компания, Белоруссиянан һәм Ҡытайҙан партнерҙарыбыҙ үҙҙәренең эшләнмәләрен һәм технологияларын тәҡдим итте.
Радий Хәбиров дүртенсе йыл рәттән республиканың сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге буйынса өс лидер иҫәбенә инеүен иҫкә төшөрҙө. Инвестициялар йәлеп итеү рейтингында беҙ илдә өсөнсө урынды биләйбеҙ.
Бөгөн сәнәғәт беҙҙең тулайым төбәк продуктының 40% тиерлек тәшкил итә. Уҙған йылда етештереү 8% артҡан. Быйыл туғыҙ айҙа – тағы ла 4,7%.
Беҙҙең машиналар эшләү өлкәһендә «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе», Күмертау авиация етештереү предприятиеһы, «Гидравлика», «КАМАЗ» компаниялар төркөмө предприятиелары лидер булып тора. Шулай уҡ башҡа предприятиеларҙың да күрһәткестәре юғары.
Хәҙер бөтә көс производстволарҙы үҙгәртеүгә, уларҙы роботлаштырыуға һәм цифрлаштырыуға, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға, заманса кадрҙар әҙерләүгә йүнәлтелгән, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ республиканың машиналар эшләү тармағы вәкилдәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын һәм Өфө машиналар эшләү колледжының ике студентына ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
Тимур Йәрмөхәмәтов – 3-сө курс студенты, Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте стипендиаты, республика ярыштарында һәм төбәк конференцияларында ҡатнашыусы. Софья Чувашова – 2-се курс студенты, «Профессионалитет» амбассадоры, уҡыу алдынғыһы, «Йыл студенты – 2024» Рәсәй милли премияһының төбәк этабы еңеүсеһе.
Сығанаҡ: «Башинформ».