Башҡортостандың күпселек муниципалитеттарында хакимиәт башлыҡтарын тәғәйенләү буйынса конкурс тамамланды. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
– Уҙған аҙнала күпселек райондарҙа яңы хакимиәт башлыҡтары тәғәйенләнде. Балаҡатай районында депутаттар советы бер тауыштан Лилиә Мулланурованы һайланы. Ул бар ғүмерен тыуған районына арнаған, эштең бөтә этаптарын үткән. Һеҙгә уңыштар теләйем, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе шулай уҡ Салауат ҡалаһы, Миәкә һәм Әлшәй райондары хакимиәттәренең яңы башлыҡтары менән таныштырҙы.
– Салауаттың яңы мэры итеп хакимиәт башлығының йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Альберт Моталов тәғәйенләнде. Миәкә районын — Наил Ғүмәров, Әлшәй районын Наил Әбелғужин етәкләй. Улар Башҡортостан Башлығы хакимиәте ойошторған кадрҙар конкурсын үтте. Ҡотлайбыҙ, уңыштар теләйбеҙ, — тине Радий Хәбиров.
Сығанаҡ: "Башинформ".
Фото:видеонан скриншот.