Баш ҡалабыҙ Өфөлә “Яңы замандың көслө ҡатын-ҡыҙҙары” ҡунаҡ бүлмәһе сиктәрендә “Лидерҙың дүрт интеллекты” лекцияһы һәм “Яңы ваҡыт лидерҙары: ҡатын-ҡыҙ ҡарашы” тигән асыҡ һөйләшеү булып үтте.
Сараның төп спикеры – “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Президент платформаһының “Сенеж” идара итеү оҫтаханаһы проректоры, Евразия Ҡатын-ҡыҙҙар форумы советы ағзаһы, “Ҡатын-ҡыҙ-лидер” программаһы координаторы Мария Афонина һәм “Сенеж” идара итеү оҫтаханаһының матбуғат секретары Оксана Александрова бөгөн ҡатын-ҡыҙ өсөн ғаилә менән карьераны бергә уңышлы алып барыу ни тиклем мөһим булыуы һәм быға өлгәшеү серҙәре хаҡында һөйләне.
Сарала “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова, “Ватанды һаҡлаусылар” фондының төбәк филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко һәм башҡа билдәле гүзәл заттарыбыҙ ҡатнашты.
Каринэ Хәбирова Мария Афонинаға Башҡортостанға йылы иғтибары, ҡатын-ҡыҙҙар берлеген дөйөм яҡшы эштәр өсөн туплауҙа тырышлығы өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Мария Афонина республикабыҙға беренсе тапҡыр ғына килмәй. “Бәхет биләмәһе” проекты һөҙөмтәһендә ул яҡын дуҫтарыбыҙҙың береһенә әүерелде, – тине Каринэ Владимировна.
– Беҙ шуны күрһәтергә теләйбеҙ: һәр ниәтте тормошҡа ашырып була, әгәр карьераң илһамландырһа, ғаиләң йылытһа, үҫешкә ынтылыу рухландырһа, йәмғиәткә хеҙмәт итеү мәғәнә бирһә, – тине Мария Афонина. Ул ҡатын-ҡыҙ өсөн тормоштоң һәр өлкәһе: ғаилә лә, шәхси үҫеш тә, һаулыҡ мәсьәләһе лә үтә әһәмиәтле булыуын һыҙыҡ аҫтына алды.
– Һәм, һис шикһеҙ, ҡатын-ҡыҙ үҙ эше тураһында ла онотмаҫҡа тейеш, – тип билдәләне ул. Сөнки ижад итеү, булдырыу гүзәл заттың булмышына һалынған. Һайлаған йүнәлештә нисек дөрөҫ үҫешергә һәм матур һөҙөмтәләргә өлгәшергә? Ҡатын-ҡыҙҙы ҡөҙрәтле иткән “йомшаҡ көс” нимәнән ғибәрәт? Ошо хаҡта ла һүҙ барҙы осрашыуҙа.
Мария Афонина, уңышҡа ынтылған ҡатын-ҡыҙҙарға мөрәжәғәт итеп, уларҙы бер ҡасан да тәүге аҙым яһауҙан ҡурҡмаҫҡа саҡырҙы. “Ҡағиҙә булараҡ, тәүге аҙымды илһамланып яһайбыҙ. Шунан арып китеүең дә мөмкин, был саҡта инде үҙеңде ҡулға алып, артабан барырға, етенсе, унынсы аҙымдарҙы эшләргә кәрәк. Икенсе һулыш ана шул мәлдә асыла” – тине.
Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар, “Ҡатын-ҡыҙ-лидер” проектын тамамлаусылар, социаль һәм мәғариф өлкәләре төбәк департаменттары етәкселәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, күп балалы әсәләр, үҙ өлкәләрендә уңыш ҡаҙанған һылыуҙар йыйылғайны был матур осрашыуға. Улар, әңгәмәлә ихлас ҡатнашып, үҙҙәренең ҡабатланмаҫ тәжрибәһе менән бүлеште.
Фотолар “Башинформ”дан алынды.