-11 °С
Болотло
Киләһе тәүлектә Башҡортостанда боҙло ямғыр яуыуы көтөлә. Шулай уҡ елдең тиҙлеге секундына 27 метрға тиклем етеүе ихтимал.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, төндә һәм иртәгә ҡар, ямғыр яуыуы фаразлана. Урыны менән боҙло ямғыр яуасаҡ, боҙлауыҡ, юлдарҙа көрт, тайғаҡ. Елдең тиҙлеге секундына 15-20 метр, урыны менән ныҡ көслө, секундына 25-27 метрға етеүе мөмкин.
Һауа температураһы -2, -7, көньяҡ-көнсығышта -12, көндөҙ -2, +3 градус.
Сығанаҡ: "Башинформ".