+30 °С
Облачно
Педагог-шағир, фронтовик-яҙыусы Сөләймән Муллабаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған был китапта яҙыусының шәхси архивындағы шиғырҙары, көндәлектәре, иҫтәлектәре, фотоһүрәттәре урын алған. Нәфис һүҙ байрамында сал ҡылғанлы Ырымбур далаларынан килеп еткән шағирҙың ҡыҙы Гөлназ Гәрәева, ейән-ейәнсәрҙәре, яҙыусының уҡыусыһы – автор яҙмаһын баҫмаға әҙерләүсе Мәйсәрә Кучаева, китапты төҙөүсе Сәрүәр Сурина, яҡташтары һәм ҡәләм оҫталары ҡатнаша.