+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
7 Ноябрь 2024, 09:32

Луганскиҙа Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙҙар отряды эш башланы

Башҡортостандан тәүге ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар отряды Луганскиҙа эш башланы. Был хаҡта республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә.

Луганскиҙа Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙҙар отряды эш башланыЛуганскиҙа Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙҙар отряды эш башланы
Луганскиҙа Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙҙар отряды эш башланы

Башҡортостандан тәүге ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар отряды Луганскиҙа эш башланы. Был хаҡта республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә.

Гордиенко һүҙҙәренсә, отряд составында хәрбиҙәрҙең ҡатындары, әсәләре һәм апай-һеңлеләренән тыш, яҡташтары өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар.

– Ирекмәндәр госпиталдәрҙә яраланған яугирҙәргә ярҙам күрһәтә, уларҙы операцияға әҙерләй, палаталарҙа дежурҙа тора. Ҡатын-ҡыҙҙар Луганск Халыҡ Республикаһында ике аҙна эшләй, һуңынан уларҙы отрядтың яңы составы алмаштыра. Әлеге ваҡытта ете волонтер Оборона министрлығы госпиталендә яралыларҙы ҡарай, – тип хәбәр итә Зөһрә Гордиенко. – Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирекмән отрядын булдырыу башланғысын хуплағаны өсөн республикабыҙ Башлығына рәхмәтемде еткерәм. Һәм йөрәге ҡушыуы буйынса махсус операцияла илебеҙҙең еңеүен яҡынайтыусы ҡәҙерле гүзәл заттарға ҙур рәхмәт.

Сығанаҡ: ”Башинформ”.

Фото: БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенконың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Луганскиҙа Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙҙар отряды эш башланы
Луганскиҙа Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙҙар отряды эш башланы
Автор:
Читайте нас