+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
5 Ноябрь 2024, 10:00

Баймаҡ уҙамынан яугирҙәргә – яңы мотоцикл

Баймаҡ уҙаманы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Башҡортостан батальонының элемтә взводы яугирҙәренә яңы «питбайк» ебәргән.

Баймаҡ уҙамынан яугирҙәргә – яңы мотоциклБаймаҡ уҙамынан яугирҙәргә – яңы мотоцикл
Баймаҡ уҙамынан яугирҙәргә – яңы мотоцикл

Баймаҡ уҙаманы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Башҡортостан батальонының элемтә взводы яугирҙәренә яңы «питбайк» ебәргән.

Хәрби хәбәрсе Илдар Юлдыбаев «Башинформ»ға хәбәр итеүенсә, яҡташыбыҙ үҙенең исемен әйтмәүҙәрен үтенгән.

– Пенсионерға 66 йәш. Ул ысын күңелдән яугирҙәргә ярҙам итергә, еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерергә теләй, – тине Илдар. – Бындай мотоциклдар хәрби бурыстарҙы башҡарыу өсөн бик кәрәк. Юлһыҙ урындарҙан мотоцикл елдереп кенә үтеп китә.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Фото: Илдар Юлдыбаев.

 

Автор:
Читайте нас