+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
5 Ноябрь 2024, 05:28

Бәрәкәт туйҙарын билдәләгәндәр

Күгәрсен районының Бикбулат ауылынан Кинйәбаевтар бәрәкәт туйҙарын – бергә ғүмер кисереүҙәренә 70 йыл тулыуҙы билдәләгән. 

Бәрәкәт туйҙарын билдәләгәндәрБәрәкәт туйҙарын билдәләгәндәр
Бәрәкәт туйҙарын билдәләгәндәр

Күгәрсен районының Бикбулат ауылынан Кинйәбаевтар бәрәкәт туйҙарын – бергә ғүмер кисереүҙәренә 70 йыл тулыуҙы билдәләгән. 87 йәшлек Маһый Ҡыҙрас ҡыҙы һәм 94 йәшлек Хәсән Мәхийән улы Кинйәбәевтар ғаиләһе яҡташтары араһында хөрмәтле ғаилә тип иҫәпләнә, тип хәбәр итә район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

«70 йыл бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, яратып, хәстәрләп йәшәй улар. Балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре ғүмер буйына уларҙың татыулығына, берҙәмлегенә һоҡлана, хөрмәт менән ҡарай», – тип билдәләй ул.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас