+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
2 Ноябрь 2024, 06:22

Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға торлаҡ һатып алғанда ташлама яһала

Өфө хакимиәте махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөгән граждандарға яңы ярҙам сараһын индерҙе.

Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға торлаҡ һатып алғанда ташлама яһалаӨфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға торлаҡ һатып алғанда ташлама яһала
Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға торлаҡ һатып алғанда ташлама яһала

Өфө хакимиәте махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөгән граждандарға яңы ярҙам сараһын индерҙе.

Хәрби хеҙмәткәрҙәргә өҫтәмә ярҙам ҡалалағы төҙөүсе ойошмалар менән берлектә әҙерләнгән.

Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2024 йылдың 1 ноябренән 31 декабренә тиклем контрактсылар ҡалала торлаҡты 500 мең һум ташлама менән һатып алыу мөмкинлегенә эйә.

Бының өсөн акцияла ҡатнашҡан төҙөүсе ойошмаға мөрәжәғәт итергә һәм контрактты раҫлаған документ, шулай уҡ ташламаға купон килтерергә кәрәк. Уны Өфө райондары хакимиәттәрендә алырға мөмкин. Ярҙам сараһы килешеү 2024 йылдың 1 ноябренән 31 декабренә тиклем Өфө хәрби комиссариаттарының береһендә төҙөлгән осраҡта күрһәтелә.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас