+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
2 Ноябрь 2024, 06:47

11 градусҡа тиклем һыуыта

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда 11 градусҡаса һыуыта, тип хәбәр итә республика синоптиктары.

11 градусҡа тиклем һыуыта11 градусҡа тиклем һыуыта
11 градусҡа тиклем һыуыта

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда 11 градусҡаса һыуыта, тип хәбәр итә республика синоптиктары.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгө көн ямғырлы буласаҡ, урыны менән көслө ямғырҙар яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +3, +8 градус.

3 ноябрҙә төндә ямғыр, ҡар, урыны менән боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа тайғаҡ булыуы фаразлана. Көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар, көньяҡта епшек ҡар яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +1, -4 градус, көндөҙ -3, +2 градус.

4 ноябрҙә урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, төндә урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -1, -6 градус, аяҙытҡанда -11-гә тиклем, көндөҙ 0, -5 градус.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас