+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
1 Ноябрь 2024, 15:38

Туған телде өйрәнеү – иғтибар үҙәгендә

Бөгөн Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса ата-әсәләр советы булышлығында республика ата-әсәләр йыйылышы үткәрҙе.

Туған телде өйрәнеү – иғтибар үҙәгендәТуған телде өйрәнеү – иғтибар үҙәгендә
Туған телде өйрәнеү – иғтибар үҙәгендә

Бөгөн Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса ата-әсәләр советы булышлығында республика ата-әсәләр йыйылышы үткәрҙе. Төрлө район һәм ҡалаларҙан ата-әсәләр, педагогтар республикабыҙҙың дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе өйрәнеү мәсьәләләре хаҡында фекер алышыу өсөн Өфөләге 1-се республика полилингваль күп йүнәлешле гимназияһына йыйылды.

Йыйылышта ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы етәксеһе Морат Ишемғолов сәләмләне. Ул бөгөн туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу, үҫтереү өсөн махсус саралар талап ителеүен билдәләне. Методик яҡтан тәьмин итеү ҙә, педагогтар булыуы ла, уларҙың квалификацияһы ла, мәктәптәрҙә туған тел сәғәттәре һаны ла һәм башҡа мөһим мәсьәләләр ҙә инә заманса был саралар комплексына. Ул туған телде өйрәнеүҙең закон тарафынан гарантияланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Республикабыҙҙа дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе өйрәнеү – ҙур иғтибар үҙәгендә. Башҡортостанда йәмғеһе 13 тел туған тел булараҡ уҡытыла, тип билдәләп үтелде сарала. Балалар баҡсаларында – алты, мәктәптәрҙә 10 тел туған тел булараҡ уҡытыла. Был тәңгәлдә бергәләшеп хәл итеүҙе талап иткән һорауҙар ҙа етерлек. Йыйылышта балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре асыу, мәктәптәрҙә туған телде уҡытыуҙы яҡшыраҡ ойоштороу тураһында йәнле әңгәмә барҙы. Ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа үҙҙәрен борсоған уй-фекерҙәрен еткерҙе, күңелдән сыҡҡан тәҡдимдәрен, теләктәрен ишеттерҙе. Әсә теленә һөйөү тәрбиәләү буйынса үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған педагогтар бай тәжрибәләре менән уртаҡлашты.

Сарала балалары төрлө конкурс-фестивалдәрҙә призлы урындар яулаған, уларҙы туған телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү рухында тәрбиәләгән ата-әсәләргә Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының туған телдәрен уҡытыу мәсьәләләре буйынса республика ата-әсәләр советы 2023 йылда ойошторолған. Унда район һәм ҡалаларҙағы гимназиялар һәм лицейҙарҙың иң әүҙем ата-әсәләре инә.

Юлай Кәримов фотолары.

 

Туған телде өйрәнеү – иғтибар үҙәгендә
Туған телде өйрәнеү – иғтибар үҙәгендә
Туған телде өйрәнеү – иғтибар үҙәгендә
Туған телде өйрәнеү – иғтибар үҙәгендә
Туған телде өйрәнеү – иғтибар үҙәгендә
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас