+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
1 Ноябрь 2024, 07:22

Бөрйәндәр аҫыл ҡыҙын данланы

30 октябрҙә Бөрйән  район мәҙәниәт һарайында күренекле шағирә, драматург, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Языусылар союзы рәйесе урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның 60 йәшлек  юбилейы уңайынан “Мин Бөрйәндән булған өсөн генә шиғыр яҙа алам, яҡташтар!” тип исемләнгән бай йөкмәткеле ижад кисәһе үтте. Күп ҡырлы ижади шәхесте хөрмәтләргә Өфөнән ҡәләмдәштәре, тыуған ауылы Иҫке Монасиптан ауылдаштары, яҡындары, туғандары, “Баҙал” әҙәби ойошмаһы ағзалары, әҙәбиәт һөйөүселәр килде.

Бөрйәндәр аҫыл ҡыҙын данланыБөрйәндәр аҫыл ҡыҙын данланы
Бөрйәндәр аҫыл ҡыҙын данланы

Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов үҙ сығышында Тәнзилә Сәлих ҡыҙының ижадына, эшмәкәрлегенә оло баһа биреп, Рәсәй әҙәбиәтенә индергән өлөшө өсөн “Василий Шукшин” алтын миҙалы менән бүләкләне. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың тәбрикләү һүҙҙәре лә мәҙәни сараның мәртәбәһен  бермә-бер арттырҙы.Сөнки шағирға Бөрйән ере – ят төбәк түгел. Юғары уҡыу йортон тамамлап, юллама менән килгән йәш уҡытыусы Байназар урта мәктәбендә ике йыл белем бирә, тауҙар илендә уның тәүге ҡыҙы Айгөл донъяға ауаз һала. Халыҡ шағиры ялҡынлы сығышында Бөрйәндең мәңгелеккә йөрәге түрендә булыуын билдәләп: “Хәйбуллала тыумаһам, мотлаҡ Бөрйәнде тыуған төйәгем итеп һайлар инем”, – тине.

Бөрйән районы хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Венера Вәлиеваның, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Теләүбаеваның, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире, ижадташ дуҫы Гөлназ Ҡотоеваның, шағирә Айһылыу Ғарифуллинаның, шағир Сәрүәр Ғәләүетдиновтың, туғандарының, яҡындарының сығыштары ла күңелгә хуш килде. Йыр-моңға, хөрмәт-ихтирамға бай  матур ижад кисәһенә Тәнзилә Дәүләтбирҙина ла буш ҡул менән килмәгән. Шағирә яҡташтарына йөрәк йылыһын – үҙе башҡарыуында ике йырын бүләк итте.

Матур сара барышында талантлы, егәрле Бөрйән халҡы ла хөрмәтләнде. Билдәле шағир, районда йәшәп ижад итеүсе, балалар яҙыусыһы, уҡытыусы Сәрүәр Ғәләүетдиновҡа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының  “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы тапшырылды. “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендә уҙған төрлө конкурс еңеүселәре лә тәбрикләнде. Улар иҫтәлекле бүләктәр, дипломдар алып ҡыуанды.

Шул уҡ көндә хозур Бөрйәндең Байназар урта мәктәбендә лә әҙибә һәм уның ҡәләмдәштәре менән һоҡланғыс осрашыу уҙҙы.

Бөрйәндәр аҫыл ҡыҙын данланы
Бөрйәндәр аҫыл ҡыҙын данланы
Бөрйәндәр аҫыл ҡыҙын данланы
Бөрйәндәр аҫыл ҡыҙын данланы
Бөрйәндәр аҫыл ҡыҙын данланы
Бөрйәндәр аҫыл ҡыҙын данланы
Бөрйәндәр аҫыл ҡыҙын данланы
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас