Радий Хәбиров сығышының стенограммаһы:
Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтле коллегалар!
Һеҙҙе һәм республиканың барлыҡ аграрийҙарын һөнәри байрамығыҙ – Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө – менән ихлас ҡотлайым!
Урып-йыйыу эштәре тамам, ауыл хужалығы йылына йомғаҡ яһала. Бөгөн һеҙ лайыҡлы ҡотлауҙар һәм рәхмәт һүҙҙәре ҡабул итәһегеҙ.
Башҡортостан күп йылдар Рәсәйҙең алдынғы аграр төбәктәре иҫәбенә инә. Беҙ һөт, һыйыр ите, бал, ҡымыҙ етештереү буйынса алдынғы урындарҙа барабыҙ.
Хатта быйылғы ҡатмарлы һауа шарттарында ла аграрийҙар яҡшы иген уңышы йыйып алыуға иреште – 3,2 миллион тонна. Техник культуралар буйынса рекордлы уңыш көтөлә – 2,5 миллион тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө һәм 600 мең тонна май бирә торған культуралар.
Малсылыҡ ҡыш осорона мал аҙығы менән тәьмин ителгән. Заманса технологик ҡарарҙарға таянып, тармаҡта производство комплекстары төҙөлә. Аграрийҙарға яһалма интеллект, роботтар, биотехнологиялар, пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамға килә. Тимәк, хеҙмәт етештереүсәнлеге – тағы ла юғарыраҡ, ә уңыш мулыраҡ буласаҡ.
Хөрмәтле дуҫтар!
Беҙ Рәсәй яҙмышы, киләсәк быуындарыбыҙ яҙмышы хәл ителгән ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ. Бөгөн ауылдарҙан күп хеҙмәтсәндәребеҙ Ватаныбыҙҙы намыҫлы яҡлай, алғы һыҙыҡта батырҙарса алыша. Беҙ уларға ихтирам һәм сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Иҫән-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын көтәбеҙ!
Тармаҡтың хөрмәтле ветерандарына һәм алдынғы хеҙмәткәрҙәргә – айырым рәхмәт һүҙҙәре.
Бүләкләнеүселәр тураһында бер нисә һүҙ әйтеп үтәм.
Юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне һәм һөнәргә тоғролоғо өсөн Ауырғазы районынан «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы кооперативы тракторсыһы Александр Валерьевич Васильевты билдәләп үтергә теләйем, ул был өлкәлә 40 йылдан ашыу эшләй. Александр Валерьевич – райондың иң яҡшы тракторсыларының береһе, тиҫтәләгән йәш механизаторҙар әҙерләгән тәжрибәле белгес.
Саҡмағош районындағы «Байбулат» предприятиеһының машина менән һауыу операторы Гөлназ Исмәғил ҡыҙы Нәзмиеваны ла билдәләп үтергә теләйем. Ул сирек быуат тиерлек үҙ эшен намыҫлы башҡара. Гөлназ Исмәғил ҡыҙы – хужалыҡта иң алдынғы эшселәрҙең береһе, район һәм республика һөнәри оҫталыҡ конкурстарында призлы урындар яулай.
Ҡырмыҫҡалы районынан «Артемида» тоҡомсолоҡ хужалығы директоры Евгений Викторович Пожидаев тармаҡҡа 30 йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған. Уның етәкселегендә ҙур булмаған хужалыҡ күп тармаҡлы иң ҙур ауыл хужалығы предприятиеларының береһенә тиклем үҫә, һыйыр малының продуктлылығы буйынса республиканың 10 алдынғы предприятиеһы иҫәбенә инә. Хужалыҡта быйыл иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының уңдырышлылығы гектарынан 35 центнерға етте, шул иҫәптән кукуруздың игенгә алынған өлөшө 90 ц/га тәшкил итте.
Хөрмәтле аграрийҙар! Һеҙҙең һәр берегеҙ тураһында йылы һүҙҙәр әйтергә мөмкин. Бөгөнгө көн – һеҙҙең ҡаҙаныштарығыҙҙы тағы бер тапҡыр билдәләү, оҫталығығыҙ, эшһөйәрлегегеҙ, һөнәргә тоғролоғоғоҙ өсөн тәрән ихтирам һәм рәхмәт белдереү өсөн яҡшы сәбәп.
Һеҙҙе тағы ла бер тапҡыр күркәм байрамығыҙ менән ҡотлайым! Үҙегеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә һаулыҡ, именлек, изгелек теләйем.
(Бүләкләү тантанаһы. Бүләкләнеүселәр исемлеге.)