+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
31 Октябрь 2024, 08:44

Республикала яңы МРОТ 25 806 һум буласаҡ

Башҡортостанда 2025 йылда яңы МРОТ 25 806 һум буласаҡ (НДФЛ тотолғансы). Бындай сумма республикала билдәләнгән 15% район коэффициенты менән бергә иҫәпләнә, тип хәбәр итә дәүләт хеҙмәт инспекцияһының матбуғат хеҙмәте.

Республикала яңы МРОТ 25 806 һум буласаҡРеспубликала яңы МРОТ 25 806 һум буласаҡ
Республикала яңы МРОТ 25 806 һум буласаҡ

Башҡортостанда 2025 йылда яңы МРОТ 25 806 һум буласаҡ (НДФЛ тотолғансы). Бындай сумма республикала билдәләнгән 15% район коэффициенты менән бергә иҫәпләнә, тип хәбәр итә дәүләт хеҙмәт инспекцияһының матбуғат хеҙмәте.

Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында 2024 йылдың 29 октябрендәге федераль закон баҫылған. Уға ярашлы, 2025 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арта. Рәсәйҙә ул айына 22 440 һумғаса күтәрелде.

- Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 133-сө статьяһында яҙылғанса, хеҙмәт хаҡы МРОТ кимәленән кәм булмаҫҡа тейеш, – тип билдәләне дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Оксана Ванскова. – 2024 йылда республикала был сумма – 22 128 һум (НДФЛ менән бергә), сөнки район коэффициенты минималь эш хаҡы күләменә өҫтәп иҫәпләнә.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас