Шишмә районынан «Лис» позывнойлы яугир «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Муниципалитет хакимиәте башлығы Ришат Мансуров хәбәр итеүенсә, был наградаға ул Донбасты азат итеү өсөн алыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн лайыҡ булған.
«Лис» – элекке хәрби, беренсе һәм икенсе Карабах һуғышында ҡатнашҡан. Әлеге ваҡытта яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялда. Өйҙә уны ҡатыны һәм ике балаһы көтә. Башҡортостандан егеттәр күп, ти ул. Яраланғанын, иптәштәренең алты саҡрым һөйрәп барғанын һөйләне. Телевидениела яугирҙәрҙең бер-береһенә ярҙамға килеүе тураһында һөйләүҙәре дөрөҫ», – тип яҙған Ришат Мансуров үҙенең телеграм-каналында.
Сығанаҡ: «Башинформ».