Үлемесле авария тураһында республиканың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса баш дәүләт инспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итте, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
Үлемесле авария кисә киске сәғәт һигеҙҙә Магнитогорск-Ира автомобиль юлының 326-сы километрында, Күгәрсен районында, булған. 66 йәшлек ир идара иткән УАЗ һәм руль артында Ейәнсура районының 61 йәшлек кешеһе ултырған Hyundai Accent бәрелешә.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә сит ил машинаһы водителе һәм уның ике пассажиры ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат була. УАЗ водителе һәм уның пассажиры дауаханаға оҙатыла. Аҙаҡтан билдәле булыуынса, УАЗ машинаһының пассажиры алған тән йәрәхәттәренән дауаханал мәрхүм булған.