I төркөм инвалидҡа реабилитациялауҙың техник сараларын алыуға сертификатты, инвалид баланы реабилитациялауға сертификатты һәм уны ҡарау буйынса пособиены Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталы аша онлайн форматта юлларға мөмкин. Хәҙер Дәүләт хеҙмәттәренә төбәгебеҙҙәге өс хеҙмәт өҫтәлде. Электрон хеҙмәттәрҙе арттырыу “Һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырылыуын билдәләп үтәбеҙ.
– Беҙҙең бурыс – дәүләт хеҙмәттәрен электрон форматҡа күсереү һәм уларҙы республикала йәшәүсе һәр кеше өсөн уңайлы итеү. Хеҙмәттәрҙе онлайн форматта алыу өйҙән сыҡмайынса ғариза яҙыу ғына түгел, уның статусын ҡарап барыу мөмкинлеген дә бирә. Был иһә бик уңайлы, – тип билдәләй Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин.
Ғариза биреү ябайлаштырылған. Мөрәжәғәт итеүселәр ведомство-ара электрон хеҙмәттәшлек системаһы аша алып булмаған документтар һәм мәғлүмәттәрҙе генә килтерә.
Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.