+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
28 Октябрь 2024, 05:19

Мәрхәмәтлектең юҡтыр сиктәре

Баймаҡ районы Темәс ауылында йәшәүсе Зифа Шамил ҡыҙы Муллағолова, Минзәлә Азамат ҡыҙы Аҡбулатова, Зильда Миҙхәт ҡыҙы Лоҡманова хәтерендә октябрҙең сағыу был көнө ғүмерлеккә ҡалғандыр. “Башҡортостандың хеҙмәт династиялары” республика конкурсының “Быуындар күсәгилешлелеге” номинацияһында беренсе урынды яулаған өсөн улар республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан Диплом алған.

Мәрхәмәтлектең юҡтыр сиктәреМәрхәмәтлектең юҡтыр сиктәре
Мәрхәмәтлектең юҡтыр сиктәре

Баймаҡ районы Темәс ауылында йәшәүсе Зифа Шамил ҡыҙы Муллағолова, Минзәлә Азамат ҡыҙы Аҡбулатова, Зильда Миҙхәт ҡыҙы Лоҡманова хәтерендә октябрҙең сағыу был көнө ғүмерлеккә ҡалғандыр. “Башҡортостандың хеҙмәт династиялары” республика конкурсының “Быуындар күсәгилешлелеге” номинацияһында беренсе урынды яулаған өсөн улар республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан Диплом алған.

 Мәрхәмәтлектең юҡтыр сиктәре, тиһең, Муллағоловтар ғаиләһенән өс быуын вәкилдәренең Темәс психоневрология интернатында эшләүе хаҡында белгәс. “Әсәйем Зәкиә Әкрәм ҡыҙы менән атайым Шамил Әхмәтшәрәф улы Урмантаевтар ҙа, ҡәйнәм Фәйрүзә Ғибәҙәт ҡыҙы менән ҡайным Азамат Ғибәт улы Муллағоловтар ҙа ошо интернатта эшләне. Ҡайнағам Рәсих, ҡәйнешем Ринат, тормош иптәшем Раил, еңгәйҙәрем Флүрә, Фариза, килендәшем Сулпан да ғүмерҙәрен ошонда эшләүгә арнаны.

“Хәйерле иртә! Хәлдәрегеҙ нисек?” – һәр көнөм күҙҙәремә ҡарап торған өләсәйҙәрҙе шулай тип сәләмләүҙән башлана”, – тип һөйләй Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре Зифа Муллағолова. Яҙмышын миһырбанлы хеҙмәткә – интернаттағы ярҙамға мохтаж ололарҙы тәрбиәләп ҡарауға бағышлаған ул, бындағы эш стажы ла 32 йыл булып киткән. Бүләкләү тантанаһына ҡәйенбикәһе Минзәлә Азамат ҡыҙы Аҡбулатова һәм бикәсе Зильда Миҙхәт ҡыҙы Лоҡманова менән өсәүләшеп килгәндәр.

 “Минзәлә апай бында 32 йыл шәфҡәт туташы булып, хаҡлы ялға сыҡты. Уның ҡыҙы Зильда – минең кеүек үк, кесе медицина хеҙмәткәре.  Өлкән йәштәгеләр бүлегендә уның менән бергә эшләйбеҙ. Аяуһыҙ яҙмышлы өләсәйҙәрҙе йөрәк нурыбыҙ менән йылытырға тырышабыҙ. Ғаиләбеҙҙең тырыш хеҙмәте юғары баһаланыуы күңелдәргә ҡеүәт өҫтәй”, – ти Зифа Шамил ҡыҙы.

“Хеҙмәт династиялары” республика конкурсы 2022 йылдан башлап уҙғарыла. Быйыл бәйгелә 73 династия ҡатнашҡан, туғыҙы еңеүсе һәм призер исемдәренә лайыҡ булған.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас