+24 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
28 Октября 2024, 06:44

Элалия, Аиля, Ильян, Хәсәнбай...

Башҡортостанда 2024 йылдың 1 ғинуарынан 27 октябренә тиклем донъяға килгән сабыйҙарҙың һирәк осраған һәм популяр исемдәре билдәле булды. Ә һеҙгә ниндәй исем оҡшай? Балаларығыҙҙың, ейәндәрегеҙҙең исемдәре нисек?

Элалия, Аиля, Ильян, Хәсәнбай...Элалия, Аиля, Ильян, Хәсәнбай...
Элалия, Аиля, Ильян, Хәсәнбай...

Башҡортостанда 2024 йылдың 1 ғинуарынан 27 октябренә тиклем донъяға килгән сабыйҙарҙың һирәк осраған һәм популяр исемдәре билдәле булды. Исемлек ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталында баҫылған.

Ҡыҙҙар араһында һирәк осраған исемдәр — Элалия, Линда, Аэлита Алтынай, Патрисия һәм Аиля. Малайҙар араһында иһә Ильян, Хәсәнбай, Сафуан, Мөхәммәт Али һәм Санъяр.

Ҡыҙҙарға — Әминә (379), София (335), Эмилия (319), Ева (315), Арина (308), ә малайҙарға Әмир (480), Тимур (311), Артем (305), Марк (304), Эмир (286) тигән исемдәрҙе йыш ҡушалар.

Бынан алдараҡ «Башинформ» республикабыҙ ҡалаһында биш игеҙәк тыуыуы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-28/v-bashkirii-rodilis-aelita-altynay-i-hasanboy-3985966

Автор:
Читайте нас