+24 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
26 Октября 2024, 08:20

Реабилитациялау өсөн яңы проекттар тәҡдим ителде

Өфөлә уҙған “Кәртәләрҙе емереп” III Бөтә Рәсәй форумының экспозициялар майҙансығында илебеҙ предприятиелары һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялау һәм социалләштереү өсөн тәғәйенләнгән төрлө проекттарын һәм продукцияларын күрһәтте.

Реабилитациялау өсөн яңы проекттар тәҡдим ителдеРеабилитациялау өсөн яңы проекттар тәҡдим ителде
Реабилитациялау өсөн яңы проекттар тәҡдим ителде

Өфөлә уҙған “Кәртәләрҙе емереп” III Бөтә Рәсәй форумының экспозициялар майҙансығында илебеҙ предприятиелары һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялау һәм социалләштереү өсөн тәғәйенләнгән төрлө проекттарын һәм продукцияларын күрһәтте. Унда шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн инновацион эшләнмәләр ҙә бар ине.

Күргәҙмәлә республикабыҙ ойошмалары ла бик әүҙем ҡатнашты. Мәҫәлән, “Ишембай машиналар эшләү заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн күп функциялы, уңайлы коляскалар алып килгән.

 – Беҙҙә етештерелгән коляскалар шуның менән айырыла: уларҙы үҙең өсөн ҡулай итеп көйләп була, – тип билдәләй эксперименталь медицина ҡорамалдары проекты етәксеһе Мехроб Назаров.

Туймазы ҡалаһының “Медсервис+” компанияһы терәк-хәрәкәт ағзалары ауырыу балалар өсөн махсус комбинезондар тәҡдим итте.

 – Республикала сирле балалар өсөн бындай кейемде тик беҙҙә генә тегәләр, – ти компанияның сауҙа бүлеге етәксеһе Динара Ғәҙелшина.  

Форумда ҡатнашыусылар “Башҡортостандың ышаныслы тылы” һәм “Беҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ. Башҡортостан” волонтерҙар ойошмалары эшмәкәрлеге менән танышты. Ирекмәндәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәребеҙ өсөн гуманитар ярҙам әҙерләүҙәре тураһында бәйән итте.

Сарала журналыбыҙҙың күптәнге дуҫтарын – “Селтәр” студияһы оҫталарын күреп ҡыуандыҡ. Фатима Хәйретдинова етәкселегендәге был студияла һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә әүҙем шөғөлләнә. Оҫтабикәләр күргәҙмәгә үҙҙәре эшләгән әйберҙәрҙе алып килгән, улар оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәтте.

Александр Королев фотолары.

Реабилитациялау өсөн яңы проекттар тәҡдим ителде
Реабилитациялау өсөн яңы проекттар тәҡдим ителде
Реабилитациялау өсөн яңы проекттар тәҡдим ителде
Реабилитациялау өсөн яңы проекттар тәҡдим ителде
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас