+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
25 Октябрь 2024, 04:30

Юғары баһа

24 октябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Статс-секретарь – Рәсәй Оборона министры урынбаҫары, «Ватанды Һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева менән осрашты.

Юғары баһаЮғары баһа
Юғары баһа

24 октябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Статс-секретарь – Рәсәй Оборона министры урынбаҫары, «Ватанды Һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева менән осрашты.

Һөйләшеү барышында хәрбиҙәргә, уларҙың ғаиләләренә һәм һәләк булғандарҙың туғандарына ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре күтәрелде.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү республикабыҙ өсөн төп өҫтөнлөк булып тора, тип билдәләне Башҡортостан башлығы.

Төбктә реабилитация сараларын етештереү менән шөғөлләнгән предприятиеларға ярҙам итеү өсөн махсус программа булдырылған. Йыл һайын бюджетта ошо маҡсатҡа 20 миллион һум аҡса бүленә. Радий Хәбиров «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалы эшенең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Анна Цивилева республиканың ҙур ҡалаларында хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүсе үҙәктәр булдырыу практикаһын айырыуса билдәләне.

- Башҡортостанда ҙур эштәр алып барылыуын күрәбеҙ. Һеҙҙең инициативағыҙ һәм «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт Фондының ярҙамы, атап әйткәндә, бер юлы бер нисә ҡалала ярҙам үҙәктәре асыу – уникаль хәл, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Осрашыуға йомғаҡ яһап, Анна Цивилева III «Барьерҙарҙы емереп» Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһенең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам иткәне өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.

Автор:
Читайте нас