+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
25 Октябрь 2024, 05:02

Сәскәләрҙән илһам алып

23 октябрь көнө Өфө лимонарийында уҙған “Сәскәләрҙә – ҡояш сағылышы” исемле шиғриәт һәм йыр кисәһе бик күптәрҙең күңеленә хуш килде. Ысынлап та, кисәнең үҙенсәлекле сағыу сценарийы ла, үткәрелгән урыны ла бик матур ине. Башҡортостан Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһы рәйесе, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева һәм лимонарий хужабикәһе Фәриҙә Садыҡова ойошторған сара юғары кимәлдә үтте.

Сәскәләрҙән илһам алыпСәскәләрҙән илһам алып
Сәскәләрҙән илһам алып

Күңелдәрҙе наҙға, йылылыҡҡа сорнаған шиғриәт байрамында Йомабикә Ильясова, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Тамара Искәндәриә, Зөлфиә Ханнанова, Миләүшә Ҡаһарманова, Гөлназ Ҡотоева, Гөлнара Хәлфетдинова, Айзилә Мортаева, Гөлдәриә Йосопова, Зилә Ғәлләмова, Зөһрә Рәхмәтуллина, Айгөл Ғәбитовалар сығыш яһап, сәскәләргә, мөхәббәткә, матурлыҡҡа мәҙхиә йырланы. Филология фәндәре докторы, профессор, ғалимә Зәйтүнә Шәрипованың, хөрмәт итеп килгән тамашасыларҙың да сығыштары байрамға йәм, биҙәк  өҫтәне.

Күркәм сарала Урман хужалығы техникумы студенттары ла ҡатнашты. Матурлыҡ донъяһында яңғыраған илһамлы сығыштар, гүзәллек утрауында фотоға төшөү, лимонарий буйлап сәйәхәт, баллап, лимонлап сәй эсеү – барыһы ла йылы  хәтирә булып, оҙон-оҙаҡ йөрәктәрҙе һаҡланыр.

Сәскәләрҙән илһам алып
Сәскәләрҙән илһам алып
Сәскәләрҙән илһам алып
Сәскәләрҙән илһам алып
Автор:
Читайте нас