+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Октября 2024, 05:25

Өфөлә оло форум башланды

Бөгөн Өфөлә Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек йылы сиктәрендә ҙур сара – “Кәртәләрҙе емереп” III Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе үҙ эшен башланы. Форумға илдең төрлө төбәктәренән реабилитациялауҙың техник сараларын һәм уңайлы мөхит өсөн реабилитация ҡорамалдарын етештереүселәр йыйылды.

Өфөлә оло форум  башландыӨфөлә оло форум  башланды
Өфөлә оло форум башланды

Бөгөн Өфөлә Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек йылы сиктәрендә ҙур сара – “Кәртәләрҙе емереп” III Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе үҙ эшен башланы. Форумға илдең төрлө төбәктәренән реабилитациялауҙың техник сараларын һәм уңайлы мөхит өсөн реабилитация ҡорамалдарын етештереүселәр йыйылды.

 “Кәртәләрҙе емереп” форумында йәмғиәт өсөн бик мөһим мәсьәләләр күтәрелеүе, инклюзия мәсьәләләрен хәл итеүҙә республика һәм федераль үҙәк ресурстары берләштерелеүе традицияға әйләнде.

Форумды ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы. Унда Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева, Рәсәй Хеҙмәт министрлығының инвалидтар мәсьәләләре буйынса департаменты директоры Дмитрий Лигомин, статс-секретарь – Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Екатерина Приезжева, “Сәнғәт, фән һәм спорт” хәйриә фондының “Айырым ҡараш” программаһы етәксеһе Владимир Плехов һәм башҡа эксперттар ҡатнаша.

Фекер алышыу майҙансыҡтарында, форсайт-сессияла, түңәрәк өҫтәлдәрҙә эксперттар, власть, бизнес, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе комплекслы реабилитациялауға ҡағылышлы яңы закондарҙы, реабилитация тармағын үҫтереү стратегияһын, илдә социаль йоғонто яһау проекттарын үҫтереү юлдарын һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса инновацион ҡарарҙарға бәйле башҡа бик күп мәсьәләләрҙе тикшерәсәк. Сарала Милли инклюзив килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ.

Форум сиктәрендәге бер конференция инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн туризм темаларына арналасаҡ. Дискуссия майҙансығында махсус хәрби операция ветерандарын социалләштереү мәсьәләһе тикшереләсәк. Форумда ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ инклюзив мода күрһәтеү, концерт номерҙары, республика конкурстарында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү һәм башҡа саралар көтә.

Форум эше иртәгә – 25 октябрҙә тамамлана.

Фото “Башинформ”дан алынды.

Автор:
Читайте нас