2023 йылдың 1 июненән башлап “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙан һәм уларҙың яҡындарынан 68 мең ғариза ҡабул иткән. Шуларҙың 64 меңгә яҡынын хәл итеүгә өлгәшкәндәр. Бөгөн “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында фонд филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина шул турала һөйләне.
Социаль координаторҙарға күберәк социаль гарантиялар, хоҡуҡи консультация буйынса, медицина һәм психологик ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр, тип билдәләне ул.
Фонд эшмәкәрлегенең йәнә бер мөһим йүнәлеше – махсус хәрби операция ветерандарын реабилитациялауҙың техник саралары: юғары технологиялы протездар, инвалидтар өсөн яйлы, яҡшы йөрөшлө коляскалар, ҡул менән идара ителеүсе автомобилдәр менән тәьмин итеү. Шулай уҡ торлаҡ йорттарҙы ауыр яра алған ветерандар өсөн ҡулайлаштырыуҙы ла билдәләп үтергә кәрәк. Бөгөнгө көнгә ҡарата был эш ете йортта башҡарылған, 35-е сиратта тора.
Был эште башҡарыуға, шулай уҡ реабилитациялауҙың техник сараларына заявка биреү өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы фонд филиалына мөрәжәғәт итергә тейеш, тип аныҡлап үтте Гөлнур Ҡолһарина.
Фото “Башинформ”дан алынды.