+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
23 Октября 2024, 07:05

Гөлдәр баҡсаһында

Бөгөн, йәғни 23 октябрь, 16.00 сәғәттә Өфө ҡалаһы лимонарийында бик үҙенсәлекле тамаша: “Сәскәләрҙә – ҡояш сағылышы” тип аталған шиғриәт һәм йыр кисәһе үтәсәк.

Гөлдәр баҡсаһындаГөлдәр баҡсаһында
Гөлдәр баҡсаһында

Сәскәләр – тәбиғәттең йылмайыуы, уның баһаһыҙ хазинаһы. Сәскәләр беҙҙең й         әшәйешебеҙҙе йәмләй, яҡшы кәйеф бүләк итә. Ғәҙәттә, йылдың тап ошо миҙгелендә, алтын көҙҙә, сәскәләр бар сағыулығында балҡый. Уларға арналған шиғырҙарҙы сәскә кеүек һылыу ҡыҙҙар тыуҙыра. Сәскәләрҙе лә үҙҙәре гөлдәй ҡыҙҙар үҫтерә. Был күңел байрамында Йомабикә Ильясова, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Тамара Искәндәриә, Зөлфиә Ханнанова, Миләүшә Ҡаһарманова, Гөлназ Ҡотоева, Гөлнара Хәлфетдинова, Айзилә Мортаева, Гөлдәриә Йосопова, Зилә Ғәлләмова, Айгөл Айытҡолова, Зөһрә Рәхмәтуллина, Айгөл Ғәбитовалар сығыш яһаясаҡ.

Башҡортостан Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһы рәйесе, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева һәм лимонарий хужабикәһе Фәриҙә Вәли ҡыҙы Садыҡова ойошторған сараға рәхим итегеҙ, дуҫтар. Кисәлә сәскәләргә, гөлдәргә бәйле шиғырҙар уҡыласаҡ, йырҙар яңғыраясаҡ. Күркәм сараға Урман хужалығы техникумы студенттары ла саҡырылған. Матурлыҡ донъяһында яңғыраған илһамлы сығыштар, гүәллек утрауында фотоға төшөү, лимонарий менән танышыу ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килер. Сара һуңында лимонлап сәй эсеү ҙә ҡаралған.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас