+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
22 Октябрь 2024, 09:03

Яҡташтарыбыҙ дәүләт наградалары менән бүләкләнде

Республикабыҙҙың бер районының хакимиәте башлығы II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалына, Башҡорт дәүләт медицина университеты ғалимы «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре» тигән исемгә лайыҡ булды. Шулай уҡ алдынғы ауыл советы башлыҡтарына «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған урындағы үҙидара хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Яҡташтарыбыҙ дәүләт наградалары менән бүләкләндеЯҡташтарыбыҙ дәүләт наградалары менән бүләкләнде
Яҡташтарыбыҙ дәүләт наградалары менән бүләкләнде

 Рәсәй Президенты Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. 2024 йылдың 17 октябрендәге «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында» указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән наградланды.

Башҡорт дәүләт медицина университетының кафедра мөдире Таһир Мостафин «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.  

Учалы районының Кирәбе ауыл советы башлығы Александр Армизонов, Бишбүләк районының Айыт ауыл советы башлығы Рәсил Ғимазетдинов, Мишкә районының Уръяҙы ауыл советы башлығы Раик Заһитов, Ҡариҙел районының Магинск ауыл советы башлығы Андрей Киряков, Бүздәк районының Төрөш ауыл советы башлығы Рима Мусина, Краснокама районының Арлан ауыл советы башлығы Рәйсә Сатаева һәм Көйөргәҙе районының Бахмут ауыл советы башлығы Нурия Шәрипова «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған урындағы үҙидара хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемдәре менән бүләкләнде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-21/vladimir-putin-udostoil-gosudarstvennyh-nagrad-zhiteley-bashkirii-3977826

Автор:
Читайте нас