Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының республика бүлексәһе ирекмәне Лилиә Сәғиҙуллина Курск өлкәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан атаһы менән осрашҡан. Ҡыҙ эвакуацияланған халыҡҡа һәм яугирҙәргә күңел ҡушыуы буйынса ярҙам итә. Лилиә атаһы алғы һыҙыҡҡа киткәндән һуң ирекмәнлек эше менән шөғөлләнә башлаған.
– Лилиәнең атаһы – 2022 йылдан махсус хәрби операция биләмәһендә. Ҡыҙ гуманитар миссияны ойоштороусыларға атаһының әлеге ваҡытта Курск йүнәлешендә үҙ бурысын үтәүе тураһында һөйләне, – ти Халыҡ фронтының Йәштәр ҡанаты координаторы Рөстәм Сәләхетдинов. – Халыҡ фронты уларға сюрприз әҙерләне – яҡындарҙың осрашыуын ойошторҙо. Яугир өсөн был Атайҙар көнөнә үҙенсәлекле бүләк булды.
«Ҡыҙымдың Курскиҙа икәнлеген белгәс, тәүҙә борсолоп киттем. Бында тыныс түгел. Әлеге осрашыуҙы ойоштороусыларҙың барыһына ла рәхмәт», – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты «Мудрый» позывнойлы яҡташыбыҙ.
Сығанаҡ: «Башинформ».