+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
22 Октябрь 2024, 17:49

Өфөгә “Еңеү поезы” килә

Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары тураһында күргәҙмә менән бушлай таныша ала. “Еңеү поезы” Өфөнөң тимер юл вокзалында 23 һәм 24 октябрҙә буласаҡ һәм уникаль күсмә күргәҙмә ике көн дауамында иртәнге сәғәт ундан киске сәғәт алтыға тиклем эшләйәсәк.

Өфөгә “Еңеү поезы” киләӨфөгә “Еңеү поезы” килә
Өфөгә “Еңеү поезы” килә

Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары тураһында күргәҙмә менән бушлай таныша ала. “Еңеү поезы” Өфөнөң тимер юл вокзалында 23 һәм 24 октябрҙә буласаҡ һәм уникаль күсмә күргәҙмә ике көн дауамында иртәнге сәғәт ундан киске сәғәт алтыға тиклем эшләйәсәк.

Был – хәрәкәт итеүсе поезда урынлаштырылған донъялағы тәүге интерактив күргәҙмә. 10 тематик вагон Бөйөк Ватан һуғышының айырым ваҡиғаларына, осорҙарына арналған. Күргәҙмә заманса технологиялар ярҙамында тарихи ысынбарлыҡты күҙ алдына баҫтыра. 2023 йылда музей хәрби трибуналдар тураһында яңы вагон менән тулыландырылған.

“Еңеү поезы” күргәҙмәһенә бушлай билетты поездпобеды.рф проекты сайтында теркәлеп алырға мөмкин. Теркәлеү поезд килеүгә яҡынса бер тәүлек ҡала асыла.Теркәлгән билет күрһәтелгән электрон почтаға ебәрелә. Күргәҙмә 12 йәштән өлкәндәргә тәҡдим ителә. 12 йәштән бәләкәйҙәр өлкәндәр менән генә инә ала.

Күргәҙмә эшләй башлағандан алып уны Рәсәйҙә һәм Белоруссияла йәшәүсе миллиондан ашыу кеше ҡараған.

Автор:
Читайте нас