+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Октября 2024, 05:39

Бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. 

Бер аҙ ямғыр яуыуы фаразланаБер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана
Бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, бөгөн, 22 октябрҙә, республиканың төньяғында бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +7, +12°.

Шаршамбы, 23 октябрҙә, шулай уҡ бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0, +5°, көндөҙ +6, +11°.

Кесаҙна, 24 октябрҙә, бер аҙ ямғыр, төндә көнсығышта ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0, +5°, көндөҙ +4, +9°.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас