Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров башҡорт яугирҙәренә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр иҫәбендә Өфөнән «Ҡайтыр» позывнойлы яугир Павел Самойлин да бар. Әйткәндәй, яңыраҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин уны Батырлыҡ ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйғайны.
Бүләкләү тантанаһындағы сығышында Павел Самойлин штурм ротаһы исеменән Башҡортостан халҡына гуманитар һәм әхлаҡи ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Юғары баш командующий ҡуйған бөтә бурыстар ҙа үтәлер. Дошман тар-мар ителер! Еңеү беҙҙеке булыр!» — тине яугир.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, элекке журналист, республика хөкүмәте хеҙмәткәре Павел Самойлин 2023 йылдың ноябрендә контракт буйынса Донбасҡа хеҙмәт итергә киткәйне. Быйыл апрель башында яугир мөғжизә менән иҫән ҡалған.
Сығанаҡ: «Башинформ».