+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
22 Октябрь 2024, 17:50

"Бөтәһе лә йәмле бында, йәнле бында..."

Бөйөк әҙиптең исемен йөрөткән белем усағында, ысынлап та, барыһы ла йәмле һәм йәнле. Сөнки уның һәр диуарынан шағир һүҙе яңғырай, шағир рухы аңҡый. Бөгөн баш ҡалабыҙҙың Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында иң-иңдәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте. Төрлө бәйге, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа юғары уңыштарға өлгәшкән уҡыу алдынғыларына Мостай Кәрим исемендәге фондтың гранттары тапшырылды. Быйыл был бәхет 11-се синыфта  уҡыусы ун үҫмергә: Самира Рафиҡова, Айһылыу Рамаҙанова, Камилла Сабитова, Искәндәр Йәнбәков, Рушан Ғәҙелшин, Ева Джачвадзе, Эльвина Дәүләтова, Самира Ибраһимова, Камилла Ғәлимова, Арсен Вәлиәхмәтовтарға йылмайҙы.

"Бөтәһе лә йәмле бында, йәнле бында...""Бөтәһе лә йәмле бында, йәнле бында..."
"Бөтәһе лә йәмле бында, йәнле бында..."

 

Бай йөкмәткеле, матур әҙәби-музыкаль кисәлә хөрмәтле ҡунаҡтар: шағирҙың ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге фондтың директоры Әлфиә Кәримова, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Кинематографистар Союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева һәм шағирҙың яҡын туғандары ҡатнашты. Матур байрамға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Искәндәр Ғәзизовтың моңло йыры, гимназияның “Ынйылар” вокал студияһы, “Дуҫлыҡ” халыҡ бейеүҙәр ансамбле сығыштары, уҡыусыларҙың тасуири шиғыр  һөйләүҙәре йәм, биҙәк өҫтәне.

Гимназия директоры вазифаһын башҡарыусы Азат Аҡманов сарала ҡатнашыусы хөрмәтле ҡунаҡтарға рәхмәт әйтеп, Әлфиә Мостай ҡыҙына шәл, Мостай Кәрим исемен йөрөткән музейҙы  яңытыуҙа ҙур өлөш индергән шағирҙың туғаны Артур Кәримовҡа һәм Гөлләриә Ялсыҡаеваға исемле сәғәттәр бүләк итте.

Бөйөк әҙиптең исемен йөрөткән белем усағында, ысынлап та, барыһы ла йәмле һәм йәнле. Сөнки уның һәр диуарынан шағир һүҙе яңғырай, шағир рухы аңҡый.

 

 

 

"Бөтәһе лә йәмле бында, йәнле бында..."
"Бөтәһе лә йәмле бында, йәнле бында..."
"Бөтәһе лә йәмле бында, йәнле бында..."
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас