Мостай Кәримдең "Ғаләмдең дүрт тарафы" тип аталған яңы китабының исем туйы үтте.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы "КИТАП" магазинында яҙыусының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "КИТАП" нәшриәтендә донъя күргән "Ғаләмдең дүрт тарафы" тип аталған өр-яңы китабының исем туйы үтте.
Яңы баҫма «Әҙәби мираҫ» серияһы аҫтында донъя күргән. Унда кешегә, уның бөйөклөгөнә, күңел матурлығына һәм рух батырлығына арналған шиғырҙар тупланған.
“Мостай Кәрим фонды” директоры, яҙыусының ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримова тамашасыларҙы сәләмләп, китапты сығарыуҙа ярҙам иткән барыһына ла рәхмәтен белдерҙе.