+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
19 Октябрь , 20:43

Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөндә 25 мең кеше ҡатнашты

Был акция Рәсәй Олимпия комитеты ҡанаты аҫтында үткәрелә. Быйыл ул тәүге тапҡыр “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумы сиктәрендә үтте.

Программала флешмоб-күнекмә, 2024 метр оҙонлоҡтағы арауыҡты үтеү, концерт ҡаралған.

Спорт байрамында теләгән һәр кем ҡатнаша алды. Унда ҡала халҡы менән бер рәттән сәйәсмәндәр һәм олимпия чемпиондары ла ҡатнашты.

– Ваҡытым булғанда һәр саҡ йәйәү йөрөргә тырышам. Бынан бик ҙур ҡәнәғәтлек алам, сөнки хәрәкәт – ул тормош. Бөгөн “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумы сиктәрендә сараға бик күп кеше килде. Беҙҙең мәғлүмәттәр буйынса, баш ҡала урамы буйлап 20 мең кеше үткән. Ә эргәлә 200 олимпия чемпионы – легендар шәхестәр булғанда – атлауы еңел һәм күңелле. Барығыҙға ла сәләмәтлек теләйем, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ирек Сәғитов.  

– Йүгерергә яратмайым, төп стихиям – һыу, ә бына йөрөү – минеке. Көнөнә ун мең аҙым йөрөйөм. Өфөгә форумға килдем. Күп эштәр, осрашыуҙар булды. Барыһы ла уңышлы үтте. Башҡортостандың баш ҡалаһы таҙа, төҙөкләндерелгән булыуы, кешеләренең – киң күңелле, аш-һыуының тәмле булыуы менән хәтерҙә ҡалыр. Иҫтәлекле урындарҙы ҡарап өлгөрмәнем, шуға күрә йәнә киләм, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Рәсәй синхронисы һәм телевидение алып барыусыһы Алла Шишкина.

– Арауыҡ беҙ күҙ алдыбыҙға килтергәнсә ҡурҡыныс түгел ине. Финишта миҙал бирҙеләр – коллекциямда бындайҙың булғаны юҡ. Ә йөрөү – ул тәү сиратта файҙа. Бындай акциялар көс-дәрт бирә. Көслө һәм сәләмәт булыр өсөн йышыраҡ күнегегеҙ, һәр көнгә шатланығыҙ. Ҡаланан алған тәьҫораттарға килгәндә, өфөләр – алсаҡ һәм дуҫтарса мөнәсәбәттә. Халыҡ мине таный, киләләр, фотоға төшәләр – бик ҡыуаныслы. Бында ун йыл элек булғайным, шунан бирле мегаполис ярайһы үҙгәргән, – ти Рәсәй дзюдосыһы һәм самбисы, Рәсәй чемпионы, Европа кубогын яулаусы Тамерлан Башаев.

Александр Королев фотолары. 

Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөндә 25 мең кеше ҡатнашты
Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөндә 25 мең кеше ҡатнашты
Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөндә 25 мең кеше ҡатнашты
Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөндә 25 мең кеше ҡатнашты
Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөндә 25 мең кеше ҡатнашты
Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөндә 25 мең кеше ҡатнашты
Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөндә 25 мең кеше ҡатнашты
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: