+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
18 Октябрь , 11:52

“Йондоҙҙар матчы”

XII “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумы сиктәрендә “Динамо” спорт комплексында баскетбол буйынса “Йондоҙҙар матчы” үтте.

“Йондоҙҙар матчы”
“Йондоҙҙар матчы”

XII “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумы сиктәрендә “Динамо” спорт комплексында баскетбол буйынса “Йондоҙҙар матчы” үтте.

 

 “Спорт” һәм “Держава” командалары составында – Рәсәй спорты легендалары, Олимпия һәм донъя чемпиондары, Рәсәй һәм Европа чемпиондары, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, бизнес вәкилдәре.

Тамашасылар командаларҙың уйынын ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Осрашыу аҙағында таблолағы иҫәп 72:72 күрһәтте, шулай итеп матч дуҫтарса тамамланды. Ярышта билдәле баскетбол йондоҙҙары ғына түгел, йәш спортсылар ҙа үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтте.

“Йондоҙҙар матчы”нда ҡатнашыусыларға миҙалдар тапшырылды, ә командаларҙың тренерҙарына һәм судьяларға иҫтәлекле плакеткалар бүләк ителде.

 Баскетбол буйынса “Йондоҙҙар матчы” командалары  Өфө паркетында ысын мәғәнәһендә Рәсәйҙең спорт державаһы икәнен күрһәтте.

Фотолар һәм мәғлүмәт Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: