+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
18 Октябрь , 12:38

“Башҡортостан продукты" федераль кимәлдә еңде

 «Башҡортостан продукты» проекты дипломанттары «Эшлекле абруй» II федераль премияһы еңеүселәре булды.

“Башҡортостан продукты" федераль кимәлдә еңде
“Башҡортостан продукты" федераль кимәлдә еңде

 «Башҡортостан продукты» проекты дипломанттары «Эшлекле абруй» II федераль премияһы еңеүселәре булды. «Сәнәғәт һәм етештереү» номинацияһында «ВиЦыАн компанияһы» йәмғиәте ойоштороусыларының береһе Яна Цыганкова еңеү яуланы һәм «Яңы территорияларға ярҙам» номинацияһында премияның махсус приздарының береһен «Нефтекама яһалма күн производство берекмәһе» етәксеһе  Лиана Киршина алды.

– Был абруйлы награда эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Еңеүселәребеҙ – Башҡортостан бизнесының нисек үҫешеүенә һәм яңы үрҙәргә өлгәшеүенә сағыу миҫал. Уларҙы лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев.

Быйыл премияға 1000-гә яҡын ғариза тапшырылды, конкурс 9 төбәк биләмәһендә уҙғарылды: бөтә Урал Федераль Округында, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында, Пермь крайында һәм Омск өлкәһендә.

Беренсе һайлап алыу этабында лонг-листы Урал дәүләт иҡтисад университетының эксперт комиссияһы билдәләне. Артабан 139 номинанттан торған лонг-лист халыҡ тауыш биреү өсөн сайтта урынлаштырылды (ике аҙна эсендә финалсылар өсөн 34 мең тауыш йыйылды), шул уҡ ваҡытта финалсыларҙың анкеталарын абруйлы жюри баһаланы. Төп еңеүсе – Гран-при яулаусы премияның бөтә еңеүселәре араһынан һайланды.

 Шуны билдәләп үтергә кәрәк: премияның лонг-листына проекттың дипломант предприятиеларына нигеҙ һалыусы һәм етәкселәре инде:

– Е. В. Нәғимова –  “Белем тирмәһе” өҫтәл үҫеш уйындары серияһының авторы

– М.В. Григорьева  – «Башҡортостандан һөнәрселек шоколады» сауҙа маркаһына нигеҙ һалыусы

– С. Ф. Ғөбәйҙуллина – “Маг Магний” магний тоҙо нигеҙендә тәнде тәрбиәләү саралары етештереү буйынса предприятие етәксеһе

 –  Д.М. Башарова –  «Беҙҙең икмәк» йәмғиәте директоры.

Бүләкләүҙә власть органдары, эшлекле берләшмәләр, ҙур компаниялар вәкилдәре ҡатнашты.

Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте рәсми сайты.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: